Новости
19 Август 2019, 21:00

Автобус йөк машинаһына бәрелгән

Бөгәсә төндә Силәбе ҡалаһында Өфө пассажирҙарын алып китеп барған автобус мусор ташыусы машина менән бәрелешкән.

Бөгәсә төндә Силәбе ҡалаһында Өфө пассажирҙарын алып китеп барған автобус мусор ташыусы машина менән бәрелешкән.


Peugeot маркалы автобус Нижневартовск ҡалаһына юлланған булған. Авария мәлендә ул әйләнә. Салондағы пассажирҙарҙы төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатҡандар. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын белгестәр тикшерә.
Шаһиттар әйтеүенсә, автобус юл ыңғайы китеп барған йөк машинаһына бәрелгән. Мәғлүм булыуынса, 13 кеше зыян күргән, ош иҫәптә 17 йәшлек үҫмер ҙә бар. Уларҙың барыһы ла стационарҙа тикшереү үткән, туғыҙ кеше дауаханала ята, дүртәүһе амбулатор шарттарҙа дауаланасаҡ. Водителдәр икәү булғаны, улар рулгә алмашлап ултырған.


Ошоға оҡшаш хәлдәрҙең төп сәбәбе – иғтибарһыҙлыҡ һәм тиҙлек режимын үтәмәү. Бер нисә минут ваҡытты отам тип, водителдәр кешеләр ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйғанын аңлап етмәй, күрәһең.



Фото: ufa1.ru
Читайте нас