Башҡортостандың Ғафури районы Юлыҡ ауылы янында август башынан 15 һыйыр Еҙем йылғаһына батып үлгән. Урындағы социаль селтәрҙә яҙыуҙарынса, тимер-бетон күперен төҙөкләндереүҙәре сәбәпле ағас баҫма һалынған. Эргәлә һыйырҙар йөрөгән. Август башынан оҙайлы ҡойма ямғырҙар башланған – йылға ташҡан һәм малдарҙы ваҡытлыса күпер аҫтына ағыҙып алып киткән.
Урындағы халыҡ хәбәр итеүенсә, һыйырҙар бер нисә көн дауамында һәләк булған.
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Юлыҡ ауылында Еҙем йылғаһындағы ваҡытлыса күперҙе һүткән саҡта батып үлгән 15 һыйыр табылған. Үле малдар юҡ ителгән.