Стәрлетамаҡта 8 августа дачала 35 йәшлек һәм уның һөйгәне араһында ғауға сыҡҡан. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, бәхәскә ирҙең көнләшеүе сәбәпсе булған. Ир сүмес менән ҡатындың башына бер нисә тапҡыр һуҡҡан. Шунан һуң ул ҡасырға маташҡан, ләкин хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулына эләккән. Фажиғә урынына килгән табиптар ҡатындың баш мейеһе йәрәхәтенән вафат булыуын әйткән.