Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә һауа температураһы 31 градусҡаса күтәрелә, тип хәбәр итә республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы.
Шәмбе, 10 августа, бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен көтөлә. Һауа температураһы төндә +11,+16, көндөҙ +21,+26 градус була. Көньяҡта һауа +31 градусҡаса йылына.
Йәкшәмбе, 11 августа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Көндөҙгө сәғәттәрҙә термометр бағанаһы +25,+30 градусҡа тиклем күтәрелә.
Синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, күптән көтөлгән йылы ҡыҫҡа ваҡытлы була. Дүшәмбе, 12 августа, һауа температураһы көндөҙ 19 градусҡаса һәм төндә 11 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ошо һәм артабанғы көндәрҙә ямғыр яуа.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы