“Бынан өс йыл элек мине бер тәжрибәле доктор яман шештән ҡотҡарҙы, – ти ул. – Йыуан эсәктәге шешкә әүерелә барған полипты колоноскопия мәлендә ҡырҡып алдылар. Шунан алып, йылына бер тапҡыр мотлаҡ колоноскопия процедураһын үтәм. 50 йәштән һуң уны һәр кемгә үтергә кәңәш итәм. Яман шеш үҙен белгертмәй, шуға күрә тикшерелеп торорға кәрәк”, – тип яҙған ул социаль селтәрҙә.