Новости
29 Июль 2019, 21:00

Төбәктә игенселәр борсаҡ һәм арпа йыйыуға төштө

Урал алды дала һәм көньяҡ урман-дала зоналарында яҙғы культураларҙы йыйыу башланды. Ғәҙәттәгесә, тәүгеләрҙән булып борсаҡ менән арпа өлгөрә.

Урал алды дала һәм көньяҡ урман-дала зоналарында яҙғы культураларҙы йыйыу башланды. Ғәҙәттәгесә, тәүгеләрҙән булып борсаҡ менән арпа өлгөрә. Ете процент майҙанда 7,7 мең тонна борсаҡ һуғылған, уңыш бер гектарҙан 21 центнер тәшкил итә. 2,8 мең гектарҙан 7,3 мең тонна арпа йыйылған, уңыш ҡеүәте — 26 центнер. Әлеге ваҡытта 17 районда ураҡ эштәре бара.

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы


Читайте нас