Министрлыҡ яғынан яман шеш формаларын иртә асыҡлауға айырым иғтибар бүленә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров онкологик
һағайыу күрһәткән һәм яман шеште асыҡлаған айырым медицина хеҙмәткәрҙәре категорияһына премия биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 2019 йылда республика биләмәһендә диспансеризация сиктәрендә колоректаль шеш скринингы уҙғарыла. Скринингтың икенсе этабы (колоноскопия) 2500-ҙән ашыу кешелә башҡарылған, 787 шеш алды ауырыуы һәм 111 яман шеш асыҡланған, уларҙың күпселеге иртә стадияла.