Торатау
+22 °С
Ямғыр
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
25 Июль 2019, 21:00
Радий Хәбиров Башҡортостандың күпселек райондарында янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлдән сығарҙы
Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров урман янғындары менән хәлдең тотороҡланыуы, түбән класс янғын хәүефе урынлашыуы менән бәйле республиканың күпселек райондарында янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлдән сығарырға бойорҙо.
Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров урман янғындары менән хәлдең тотороҡланыуы, түбән класс янғын хәүефе урынлашыуы менән бәйле республиканың күпселек райондарында янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлдән сығарырға бойорҙо. Бойороҡ Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондарына ҡағылмай.
Ошо район хакимиәттәренә янғынға ҡаршы махсус режим тамамланғансы «янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын күреүҙе дауам итергә» кәңәш ителә, тип билдәләнә Башҡортостандың Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған республика хөкүмәте бойороғонда.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә
, Хәйбулла районында инде нисәнсе көн ғәҙәттән тыш – бишенсе класс янғын хәүефе һаҡлана. Урмандарҙа юғары – дүртенсе класс янғын хәүефе Йылайыр, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарында фараз ителә.
Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып республикала бөтәһе 146 урман янғыны сыҡҡан. 1858 гектарҙан ашыу урман биләмәһе янған.
Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек ошо көнгә төбәктә 106 тәбиғи янғын иҫәпләнгән, уттан 784 гектар урман зыян күргән.
Фото: Елена Колоколова
http://www.bashinform.ru/bash/1334160/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"