Новости
25 Июль 2019, 21:00

Борай районында ике ир батып үлгән

47 һәм 38 йәшлек ир-егеттәрҙең кәүҙәләрен Хажи ауылы эргәһендәге күлдән сығарғандар. Тикшереү алып барыла.

25 июлдә Борай районында ике ир батып үлгән, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында.
47 һәм 38 йәшлек ир-егеттәрҙең кәүҙәләрен Хажи ауылы эргәһендәге күлдән сығарғандар. Тикшереү алып барыла.
Ҡотҡарыусылар бөтә ял итеүселәрҙе һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан Башҡортостанда һыу ятҡылығында 83 ваҡиға булған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бәләкәй караптар буйынса төбәк дәүләт инспекцияһы үҙәге мәғлүмәте буйынса, 25 кеше батып үлгән, уларҙың етәүһе – балалар.
Балалар фажиғәһе Өфө, Ағиҙел, Белорет ҡалаларында, Бөрйән, Балтас райондарында һәм ике осраҡ Дыуан районында булған.
2019 йылғы миҙгелдә бөгөнгө көнгә 67 кеше ҡотҡарылған.

Фото: Олег Яровиков


Читайте нас