Новости
19 Июля 2019, 21:00

Стәрлетамаҡта пенсионерҙарҙы алдайҙар

Һуңғы тәүлектә аферистар ҡулынан өс кеше зыян күргән. Бер көн алда полицияға 56 йәшлек ханым мөрәжәғәт итә.

Һуңғы тәүлектә аферистар ҡулынан өс кеше зыян күргән. Бер көн алда полицияға 56 йәшлек ханым мөрәжәғәт итә.


Уның телефонына үҙен банк хеҙмәткәре Татьяна Руденко тип таныштырған берәү шылтырата. “Һеҙгә 800 мең һум халыҡ-ара перевод килде, уны алыу өсөн банк иҫәбенә комиссия рәүешендә 80 меңдән ашыу аҡса күсерергә кәрәк”, тип белдерә. Пенсионер был теләкте үтәй. Бынан һуң ҡыҙ тағы 110 мең күсерергә кәрәклеген әйтә. Тап шунда ғына алданғанын аңлаған ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә.


Шул уҡ көндә 82 йәшлек әбейгә "Горгаз" хеҙмәткәрҙәре булып ике ир һәм бер ҡыҙ килә. Улар газ счетчигын алмаштырырға кәрәклеген, хужабикә баш тартҡан осраҡта, газды өҙәсәктәрен, ҙур суммала штраф һаласаҡтарын әйтә. Әбейҙең ҡото оса һәм алдаҡсыларға улар һораған 100 мең һум аҡсаны сығарып бирә. Ирҙәр, имеш, счетчик ҡуя, ә килешеү ҡағыҙын аҙаҡ килтерергә вәғәҙә бирә. Әммә башҡаса килмәйҙәр. Бары шул саҡта ғына әбей төп башына ултырғанын аңлай.


Тағы 86 йәшлек әбей 50 мең һумынан ҡолаҡ ҡаға. Уға Пенсия фондынан тип бер ҡыҙ килә һәм тиҙҙән аҡса алмашынасағын, шулай уҡ өҫтәмә рәүештә ике мең һумға талон бирәсәген әйтә. Хужабикә был яңылыҡҡа ҡыуанып китә һәм купюраларҙың номерын, серияһын яҙып алһын өсөн барлыҡ йыйынтығын күрһәтеп ҡалырға тырыша.


50 мең һум аҡса йоҡо бүлмәһендә һаҡланған була. Уғры әбейҙе аш бүлмәһенә кәрәкле ҡағыҙҙарға имза ҡуйырға әйҙәй ҙә үҙе шул арала бүлмәләге аҡсаны эләктереп, табанын ялтырата. Ҡарт кеше ҡыҙ артынан йүгереп ҡарай ҙа бит, ҡайҙа инде етеү.


Өс ваҡиға буйынса ла енәйәт эш ҡуҙғатылған. Тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре теләһә кемгә ишек асмаҫҡа, аҡса бирмәҫкә, һаҡ булырға саҡыра.


Венер ИСХАҠОВ.


Фото: ok.ru


Читайте нас