Новости
11 Июль 2019, 21:00

Шуй йылғаһы ике ғаиләне йотҡан...

Был тиклем ҡорбандар килтергән аяныслы хәл ошо көндәрҙә Тыва Республикаһында була. Бер юлы ун кеше, шул иҫәптән алты бәлиғ булмаған бала һәләк булған.

Был тиклем ҡорбандар килтергән аяныслы хәл ошо көндәрҙә Тыва Республикаһында була. Бер юлы ун кеше, шул иҫәптән алты бәлиғ булмаған бала һәләк булған.


Аяныслы хәл республиканың Бай-Тайғын районында теркәлә. Кешеләр ял итер өсөн урындағы минераль сығанаҡтарға юллана. Улар УАЗ автомобилендә Шуй йылғаһын кисеп сыҡмаҡсы була, тик көслө ағымдан автомобиль ауа һәм бата башлай.


Машинала ике ғаилә ағзалары булған. Әле урында тикшереү эштәре бара, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: интернет.
Читайте нас