Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көн боҙола.
Бөгөн республиканың айырым урындарында елдең ныҡ көсәйеүе, секундына 20 метрға тиклем тиҙлектә иҫеүе ихтимал.
Ведомствола хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡларға, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡыралар.