Новости
27 Июнь 2019, 21:00

Төбәктә урман янғындары һаны бермә-бер арта

Башҡортостанда урман янғындары һаны бермә-бер арта, тип белдерҙеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығында.

Башҡортостанда урман янғындары һаны бермә-бер арта, тип белдерҙеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығында.
Уҙған тәүлектә төбәктә 4 гектарҙан ашыу майҙанда ике янғын һүндерелгән. Шуларҙың 2,7 гектары Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһенә тура килгән.
Быйыл янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан алып Башҡортостанда 1681,6 гектарҙан ашыу ерҙә 131 урман янғыны теркәлгән. Бер йыл элек ошо көнгә республикала 97 янғын иҫәпләнгән. Ул саҡта урман фондының 936 гектар самаһы ере ялҡын ҡамауында ҡалған.
28 июндә Башҡортостандың күпселек райондарында — урмандарҙа беренсе класлы, урыны менән икенсе класлы янғын хәүефе фаразлана.
Республиканың Йылайыр, Иглин, Көйөргәҙе һәм Федоровка райондарында юғары класлы янғын хәүефе көтөлә, тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Читайте нас