Новости
27 Июнь 2019, 21:00

Республикала хәбәрһеҙ юғалған 7 йәшлек малайҙы эҙләү тамамланды

Башҡортостанда 26 июндә юғалған ете йәшлек малайҙы эҙләү фажиғә менән тамамланды. «Башинформ» агентлығына «Лиза Алерт. Башҡортостан» төркөмөнөң төбәк вәкиле Олеся Пышкина хәбәр итеүенсә, Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре баланың кәүҙәһен тапҡан – малай һыуға батҡан.

Ирекмәндәр, тәфтишселәр, водолаздар, урындағы халыҡ һәм туғандары – бөтәһе 30-ға яҡын кеше — ике тәүлек буйына Шишмә районының Яңы Ябалаҡлы ауылынан хәбәрһеҙ юғалған ете йәшлек малайҙы эҙләне. Бала өйөнә ҡайтмағас, туғандары хафаға ҡалған — ул ҡаҙ көтөргә киткән һәм юғалған. Ата-әсә полицияға мөрәжәғәт иткән, һуңынан ирекмәндәр һәм төбәк ведомстволары вәкилдәре лә баланы эҙләй башлаған. Республикала малайҙың яҙмышына битараф булмаған һәр кем эҙләү эштәрен күҙәтеп барҙы.

Фото: социаль селтәрҙәр

Читайте нас