М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ваҡытлыса ректор вазифаһын башҡарыусы Салауат Сәғитов, имтихандар алдынан, рәсми рәүештә университет башлығы булып тәғәйенләнде.
Киләһе биш йыллыҡҡа ректор һайлау буйынса фәнни-педагогик хеҙмәткәрҙәр конференцияһында БР Мәғариф министры Айбулат Хажин, Башҡортостан Хөкүмәтенең эксперт – контроль идаралығы начальнигы урынбаҫары Наталья Ғиззәтуллина ҡатнашты.
Ректорлыҡҡа өс кандидат дәғүә итте: фән һәм инновация эшмәкәрлеге буйынса проректор Илья Кудинов, Тарихи һәм хоҡуҡи белем биреү институты директоры Алексей Кортунов һәм Салауат Сәғитов.
— Беҙҙең стратегик маҡсат – “Университет 3.0” проектында - Урал – Волга буйы төбәгендә лидерлыҡ һәм илдең педагогик вуздары араһында ныҡлы позиция яулау, — ти яңы ректор.