Новости
24 Июнь 2019, 21:00

"Алға" менән – алға!

Республикабыҙҙа 24 июндән “Алға” берҙәм транспорт картаһы һатыуға сыҡты. Улар 1 июлдән “Башавтотранс”тың һәм шәхси компанияларҙың автобустарында, шулай уҡ трамвайҙарҙа, троллейбустарҙа ҡабул ителә башлай.

Республикабыҙҙа 24 июндән “Алға” берҙәм транспорт картаһы һатыуға сыҡты. Улар 1 июлдән “Башавтотранс”тың һәм шәхси компанияларҙың автобустарында, шулай уҡ трамвайҙарҙа, троллейбустарҙа ҡабул ителә башлай.


Аҙна һайын үткәрелгән “Транспорт сәғәте”ндә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, 1 июлгә – ике мең, 1 авгусҡа – 3,5 мең, 1 сентябргә 5,5 мең автобус ошо картаны хеҙмәтләндереү терминалдары менән тәьмин ителәсәк. Ә республиканың дөйөм паркында – 7,1 мең пассажир транспорт сараһы.


Комитет 200 мең “Алға” картаһына заказ биргән. Улар илле һумға автобустарҙың үҙҙәрендә, шулай уҡ “Өфө-Матбуғат” киосктарында, Һаҡлыҡ банкы бүлексәләрендә, ҙур туҡталыштарҙағы хеҙмәтләндереү пункттарында, “Байрам”, “Альдо”, “Батыр” магазиндарында һатыласаҡ. Карталарҙы “Сбербанк-онлайн” ҡушымтаһы, “Уралсиб” интернет-банкы аша һәм хеҙмәтләндереү пункттарында тулыландырырға мөмкин.

1 сентябрҙән картаның мобиль ҡушымтаһы эшләй башлаясаҡ.


“Алға” буйынса йөрөү аҡса түләгәнгә ҡарағанда арзаныраҡҡа төшәсәк.

Д. ИШМОРАТОВА.


Фото: Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.

Читайте нас