Новости
21 Июнь 2019, 21:00

"Яңы партнерҙар табырыма ышанам"

Сибай инвестиция һабантуйында һигеҙ майҙансыҡ эшләй. Шуларҙың береһе – “Рәсәй туризмы”.

Сибай инвестиция һабантуйында һигеҙ майҙансыҡ эшләй.


Шуларҙың береһе – “Рәсәй туризмы”.


Секцияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе – туризм бизнесында үҙ эшен күптән яйға һалған йүнселдәр. Шуларҙың береһе – “Хазина Тур” етәксеһе Комил Сиражетдинов.


“Сибайға тәүге тапҡыр килдем. Тәбиғәте шул ҡәҙәр матур, халҡы ихлас, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул. – Эшлекле форум Урал аръяғын киң танытыуға, уға инвестициялар йәлеп итеүгә киң мөмкинлек бирәсәк. Үҙем туризм өлкәһендә күптән шөғөлләнәм. Бөгөнгө форумда яңы йүнәлештәр, партнерҙар табырмын тип ышанам”.

Кәримә УСМАНОВА

Фото: автор.


Читайте нас