17 июндән 28-енә тиклем Башҡортостан Республикаһы буйынса “Хәүфһеҙлек аҙнаһы” операцияһы үткәрелә. Ул республиканың “Гостехнадзор” хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә ойошторола.
Сара барышында үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр махсус техниканың, уларҙың тағылмаларының техник торошон тикшереп кенә ҡалмай, тракторҙарҙың дәүләт техник тикшереүен үткән булыуына, һан билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, тракторсыларҙың махсус техника йөрөтөү таныҡлығының барлығына иғтибар биреләсәк; халыҡтың именлеген һәм сәләмәтлеген, мөлкәттең һаҡланышын тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҙа мөһим. Шулай уҡ водителдәр араһында хәүефһеҙлек сараларын үтәү буйынса аңлатыу эше алып барыла.
Ғәмәлдә күренеүенсә, Рәсәйҙең төп административ ҡағиҙәләрен боҙоу дауам итә: теркәүһеҙ техниканы ҡулланыу, машина йөрөтөүселәрҙең тейешле категорияға документтары, ОСАГО полистары булмауы, үҙ йөрөшлө һәм арбалары булған машиналарҙың яҡтыртыу, боролош һәм туҡтау механизмдары эшләмәүе.
Башҡортостандың “Гостехнадзор” хеҙмәткәрҙәре, “Хәүефһеҙлек аҙнаһы” операцияһына ярашлы, үҙйөрөшлө һәм башҡа төр махсус машина һәм трактор эйәләрен ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра.