Бындай ғариза Рәсәй Эске эштәр министрлығы территориаль органдарының миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәләрендә ҡабул ителәсәк. Бынан тыш, баланың сит илгә сығырға риза булмауы тураһындағы ғаризаны илселек йәки Рәсәйҙең консуллыҡ учреждениеларына тапшырырға мөмкин буласаҡ.