Төрлө сәбәптәр арҡаһында, ял көндәрендә үлемесле юл-транспорт фажиғәләре һаны арта. Үткән аҙна ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үтә күңелһеҙ тамамланды. Кисә Бөрө районында, Өфө – Яңауыл автоюлында ҡапма-ҡаршы килгән Volkswagen Polo менән Skoda Fabia бәрелешкән. Бәрелеш шул тиклем көслө була, машиналарҙа ултырған һәр кем ауыр йәрәхәттәр ала.
Һөҙөмтә бик насар. Volkswagen автомобилендәге 11 йәшлек бала дауаханала йән бирә. 33 йәшлек водитель, 23 һәм 33 йәшлек ике пассажир дауаханаға оҙатыла.
Skoda Fabia автомобилендә килгәндәр ҙә йәрәхәтләнә. Әлеге мәлдә 41 йәшлек водитель, уның 39 йәшлек пассажиры, 3 һәм 15 йәшлек балалар шулай уҡ дауаханала.
Хәлдең шарттары асыҡлана.
Фото: БР буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.