Новости
12 Июнь 2019, 21:00

Республикала йөк машинаһы водителе йәш ярымлыҡ ҡыҙыҡайҙы тапатҡан

Ҡыҙыҡай алған йәрәхәттәренән дауаханала йән биргән. Табиптар малайҙы тикшергәндән һуң өйөнә ҡайтарған.

Кисә Башҡортостандың Ҡыйғы районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында балалар зыян күргән. Төбәк Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Үрге Ҡыйғы ауылының Ибраһимов урамындағы «Гермес» магазины янында «ГАЗель» йөк машинаһының 27 йәшлек водителе артҡы тәгәрмәсе менән йәш ярымлыҡ ҡыҙыҡайҙы һәм өс йәшлек малайҙы тапатҡан — балалар машина артындағы күләүектә уйнап йөрөгән.
Ҡыҙыҡай алған йәрәхәттәренән дауаханала йән биргән. Табиптар малайҙы тикшергәндән һуң өйөнә ҡайтарған.

Фото: интернет.

Читайте нас