Новости
12 Июнь 2019, 21:00

ЛУИЗАНЫҢ ЫСЫНЛАП ТА БАРЫҺЫ ЛА ЯҠШЫМЫ?

Салауат ҡалаһында 23 миллион һум аҡса урлап ҡасҡан Луиза Хәйруллинаның Инстаграмдағы сәхифәһендә яңы видео килеп сыҡҡан.

Салауат ҡалаһында 23 миллион һум аҡса урлап ҡасҡан Луиза Хәйруллинаның Инстаграмдағы сәхифәһендә яңы видео килеп сыҡҡан. Автор автомобилдә пассажир урынында ултырып видео төшөрөп бара. Унан күренеүенсә, текә сит ил машинаһына оҡшаған, бер ҡаланың бейек ҡатлы йорттары күренә. Видео аҫтына "Барыһы ла яҡшы" тип яҙылған.


Луизаның атаһы ҡыҙының ғаиләһе менән енәйәтселәр ҡулына эләгеүенән ҡурҡа. Кемгәлер Хәйруллиндар ғаиләһендә барыһы ла яҡшы булыуы тураһында ялған фотоһүрәт күрһәтеү файҙа бирә, тип һанай ул. Кейәүе Маратҡа ла шиге бар, ул уйын ҡомарына бирелеп, бурысҡа батҡан тигән фараз бар.



Фото: интернет.
Читайте нас