"Өфө автовокзалы" туҡталҡаһы янында бер ир 25 йәшлек егетте атҡан һәм уның эргәһендәге 24 йәшлек ҡыҙҙы яралаған.
Егет үлгән, ҡыҙҙы дауаханаға оҙатҡандар, уға әле медицина ярҙамы күрһәтелә.
Хәлдең сәбәптәре асыҡлана. Башҡортостандың Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, ике ир араһында аҡсаға бәйле конфликт булған, үлгәне бурысын түләмәй йөрөгән.
Атҡан кеше полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотолған, уға енәйәт эше асылған.
Фото "Башинформ"дан алынды.