Новости
6 Июня 2019, 21:00

Ваҡыты ла билдәле

Быйыл милли проекттар нигеҙендә Башҡортостанда 40-тан ашыу социаль объект барлыҡҡа киләсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында “Рәсәй-24” телеканалына биргән интервьюһында ошо турала белдерҙе.

Уның фекеренсә, һан күрһәткестәре генә түгел, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты ла мөһим.

– Быйыл беҙ милли проекттарға ярашлы, 22 мәктәп, 19 балалар баҡсаһы, ике балалар поликлиникаһы, ФАП-тар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары асабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ республикала һаулыҡ һаҡлау тармағында кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн матди һәм әхлаҡи дәртләндереү саралары тураһында һөйләне.

Фото: телеканал Вести 24.

Лилиә Дәүләтбәкова

Читайте нас