Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә ихата ремонтында оҡшамаған нимәләр тураһында шәхси үҙенә яҙырға тәҡдим итте. Радий Фәрит улы хәбәр итеүенсә, йәй дауамында 400 биләмәне ремонтлау күҙаллана. Уларҙың 93-өндә асфальт түшәү һәм бордюрҙар ҡуйыу тамамланып та килә. Артабан балалар майҙансыҡтары, эскәмйәләр, урналар ҡуйыу һәм йәшелләндереү планлаштырыла.
Етәксенең был мөрәжәғәте халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Комментарийҙарҙа улар үҙҙәренең ихатаһын ремонтлауҙы һораны, фотолар һалды. Күптәр Өфөгә генә түгел, башҡа район-ҡалаларға ла иғтибар итергә саҡырҙы.