«Ҡоро закон» ды Ауырғазы, Әлшәй, Өфө, Федоровка, Шаран, Әбйәлил райондары үтәмәгән. Туғыҙ райондың 21 кибетендә һыра, араҡы һатылған.Алкоголь продукцияһын һатыу ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы» РФ кодексына ярашлы, физик шәхестәргә - 10 мең, юридик шәхестәргә 100 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ.