Новости
17 Май 2019, 21:00

Хәйерле сәғәттә башланды!

Башҡорт дәүләт университетында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу башланды. Сараға республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡушылды.

Башҡорт дәүләт университетында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу башланды. Сараға республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡушылды.


Диктант яҙыу ике аудиторияла бара: береһе рус телле башҡорттар өсөн, икенсеһе башҡорт телен камил белгәндәр өсөн ойошторолған. Ике аудитория ла 200-шәр урынлыҡ. Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Санъяров әйтеүенсә, республика халҡы ғына түгел, сит өлкәләрҙә, хатта сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәр ҙә сараны хуплап ҡаршы алған.


Был ябай ғына сара түгел, ул туған телебеҙҙе яҡлау һәм һаҡлау, уның мәртәбәһен арттырыу өсөн ойошторола.



Фото: автор.



Илдар АҠЬЮЛОВ


Читайте нас