Новости
13 Май 2019, 21:00

Өфөлә 12 йәшлек ҡыҙҙы мәсхәрәләгән педофилды эҙләйҙәр

Өфөлә тәртип һаҡсылары подъезда 12 йәшлек ҡыҙҙы мәсхәрәләгән педофилды эҙләй, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы үҙенең сығанағына һылтанма менән. Ул был енәйәтте 13 майҙа көндөҙ «Спорт» туҡталышы янындағы йорт подъезында ҡылған.

Өфөлә тәртип һаҡсылары подъезда 12 йәшлек ҡыҙҙы мәсхәрәләгән педофилды эҙләй, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы үҙенең сығанағына һылтанма менән. Ул был енәйәтте 13 майҙа көндөҙ «Спорт» туҡталышы янындағы йорт подъезында ҡылған. Ҡыҙыҡай мәктәптән ҡайтып килгән, подъезға ингәс, уға бер ир һөжүм иткән.
Хәбәр ителеүенсә, ваҡиға урынына хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре килгән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бының өсөн педофилға 20 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.

Фото: Ксения Калинина


Читайте нас