Сибайҙа экологик хәлгә бәйле ваҡиғаларҙан һуң Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары республиканың Экология кодексына үҙгәрештәр ҡабул итте. Закон һыу менән тәьмин итеү системаһына зарарлы матдәләр бүлеп сығарыу һөҙөмтәһендә тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыянды ҡапларға бурыслы кешеләрҙе билдәләгән яңы статья индерә.
«Бынан тыш, экологик хәүефле объекттарҙы зарарлы матдәләр бүлеп сығарыуҙы иҫәпкә алыуҙың һәм ошо мәғлүмәттәрҙе тирә-йүнде бысратҡан объекттар реестрына тапшырыуҙың автоматик иҫәпләү системаһы менән йыһазландырыуҙы күҙ уңында тотҡан норма беркетелгән. Был бысратыу сығанаҡтарын тиҙерәк һәм объектив асыҡларға мөмкинлек бирергә тейеш», — тип билдәләне Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Закон тирә-яҡ мөхиткә кире тәьҫир өсөн дә түләү тәртибен күҙ уңында тота, экологик зыянды кәметеүсе яңы технологиялар ҡулланған предприятиеларҙы иҡтисади дәртләндереү алымдары билдәләнгән.