Әйткәндәй, ул 2016 йылда ғына был конкурста ҡатнашып, өсөнсө урынды алғайны. Йырсы үҙе әлеге ынтылышын, еңеү артынан ҡыумайым, әммә унан баш та тартмайым, тип белдерә. “Был осраҡта Рәсәй өсөн артабанғы “Евровидение”ны ойоштороу ҡиммәткә төшә тиһегеҙме? Бындай сараларҙан илдең абруйы арта ғына. Беҙ футбол буйынса донъя чемпионаты үткәреүҙән дә иҫ киткес патриотик күтәрелеш тойҙоҡ”, – ти ул.
Ә букмекерҙар быйыл Нидерланд иле йырсыһы еңер тип фаразлай. Икенсе урынға – швед вәкилен, өсөнсө урынға французды ҡуялар. Сергей Лазарев иһә дүртенсе урынды алыр, тип уйлайҙар.