Новости
11 Май 2019, 21:00

Был эҫелек ҡасанға тиклем?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда өс көндә әлеге эҫелек һаҡланасаҡ.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда өс көндә әлеге эҫелек һаҡланасаҡ.


Бөгөн, 12 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен булыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ ҡапыл иҫер. Һауа температураһы 27 – 32 градус эҫе.


13 майҙа республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен булыр. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә – 12 – 17, көндөҙ 26 – 31 градус йылы.


14 майҙа шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен булыуы көтөлә. Ел көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көслө иҫер. Һауа температураһы төндә – 11 – 16, көндөҙ 23 – 28 градус йылы.


И. ҠОРМАНОВА.



Фото: yandex.ru

Читайте нас