Новости
7 Май 2019, 21:00

“Олатайымдың фотоһын тотоп сығасаҡмын!”

Ил Бөйөк Еңеүҙең 74-се яҙын ҡаршылай. Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҙур байрам концерты булды. Унда Бөйөк Ватан һуғышы, тыл һәм хеҙмәт ветерандары, республиканың башҡарма власть органдары саҡырылды.

Ил Бөйөк Еңеүҙең 74-се яҙын ҡаршылай. Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҙур байрам концерты булды. Унда Бөйөк Ватан һуғышы, тыл һәм хеҙмәт ветерандары, республиканың башҡарма власть органдары саҡырылды.


Фойела бик бай һәм йөкмәткеле тематик күргәҙмә ойошторолдо. Республиканың музейҙары һуғышҡа арналған экспозициялар әҙерләгәйне.


Залдағыларҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сәләмләне.


– Иртәгә илебеҙҙәге иң ҙур һәм бөйөк байрам – Еңеү көнө. Был шатлыҡлы көндән 74 йыл ваҡыт уҙһа ла, һуғыш яралары һаман уңалмай. Беҙ барыһын да хәтерләйбеҙ. Башҡортостандан һуғышҡа 700 меңдән ашыу кеше китеп, уларҙың яртыһы тиерлек – 322 меңе әйләнеп ҡайта алманы. Уларҙың ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ һәм тын ҡалабыҙ, – тигәс, бар зал аяҡ өҫтө баҫты.


Радий Фәрит улы Башҡортостандың донъя тарихындағы иң ҡәһәрле һуғышта еңеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләне. Ул йылдарҙа республикабыҙ меңәрләгән эвакуацияланған кешеләрҙе ҡабул иткән, госпителдәрҙә яралыларҙы дауалаған. Барлыҡ предприятиелар фронт кәрәк-яраҡтары, ҡорал, яғыулыҡ етештереү менән шөғөлләнгән. Радий Хәбиров бар республика хаҡлы рәүештә ғорурланған геройҙарыбыҙҙы ла телгә алды.


– Был көндәрҙә республиканың барлыҡ ҡала һәм ауылдары айырыуса ҡупшы һәм тантаналы. Беҙ байрамды лайыҡлы ҡаршы алырға әҙер. Иртәгә шулай уҡ бар халыҡ “Үлемһеҙ полк”ка сығасаҡ. Мин дә үҙемдең фронтовик олатайым Барый Хәбировтың фотоһы менән унда сығасаҡмын һәм маршрутты үтәсәкмен, – тине Радий Хәбиров һәм һәр кемде был акцияға ҡушылырға саҡырҙы.


Сәхнәнән һуғыш йылдары һәм фронт йырҙары яңғыраны. Ветерандарҙың иҫтәлектәре, һуғыш осоро фотолары ҙур экран аша күрһәтелде.


Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.


Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.


Читайте нас