Новости
6 Мая 2019, 21:00

Республикала ике автомобиль бәрелешкән: водитель һәм уның ҡатыны һәләк булған

Мәләүез районында 7 майҙа иртән юл фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостандың ЮХХДИ-һы мәғлүмәте буйынса, автоавария Салауат ҡалаһы янында булған. Ҡаршыға килгән Chevrolet Aveo һәм «ВАЗ-2107» бәрелешкән.

«Илебеҙ автомобиленең 69 йәшлек водителе урында һәләк булған, уның ҡатыны дауаханала йән биргән. Икенсе водитель дә дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Фото: интернет.

Читайте нас