Дәүләкән ҡалаһында төнгө янғын 30 йәшлек ҡатындың һәм уның 6 йәшлек ҡыҙы менән 10 йәшлек улының
ғүмерен өҙгән. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ һөйләүенсә, һуңғы ваҡытта ҡатын эскеләгән, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, балаларын ташламаған — улар хаҡында хәстәрлек күргән. Шулай ҙа ғаилә урындағы опека бүлегендә иҫәптә торған.