Новости
5 Май 2019, 21:00

Башҡортостандың Йәштәр хөкүмәте составына 19 кеше инә

10 июндә Башҡортостандың Йәштәр хөкүмәтенә һайлап алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана. Кандидаттарҙы һайлап алыуҙы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора.

10 июндә Башҡортостандың Йәштәр хөкүмәтенә һайлап алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана. Кандидаттарҙы һайлап алыуҙы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора. Ул ике этапта уҙғарыла – ситтән тороп (проекттар конкурсы) һәм шәхси осрашыу. Конкурста Башҡортостанда даими йәшәгән 18-30 йәшлек граждандар ҡатнаша ала. Мотлаҡ шарт – кандидат дәүләт йәки муниципаль хеҙмәттә тормаҫҡа тейеш.
Заявка биреү өсөн Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына (Өфө, Ленин урамы, 10) ғариза, үҙең хаҡында мәғлүмәттәр, 3х4 фотоһүрәте менән тултырылған анкета, проект (талаптарға ярашлы башҡарылған), паспорт, белем тураһында документ күсермәһен, уҡыған йәки эшләгән урындан белешмә, хөкөмгә тарттырылмау тураһында документ, наградалар, дипломдар күсермәһен һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ ҡалдырырға кәрәк. Еңеүселәрҙе республиканың дәүләт власы органдары, йәмәғәт берләшмәләре һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәренән торған конкурс комиссияһы билдәләй.
Икенсе этап әңгәмәләшеү һәм проектты яҡлау форматында уҙғарыла. Тулыраҡ мәғлүмәт менән положениела танышырға мөмкин. Иң күп балл йыйған 19 ҡатнашыусы Йәштәр хөкүмәтенә ағза итеп алына. Шулай уҡ кандидаттарҙың резерв исемлеге төҙөлә.
Йәштәр хөкүмәте йәштәрҙең башланғыстарын хуплау, уларҙы сәйәси һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ылыҡтырыу, власть структуралары өсөн кадрҙар әҙерләү өсөн ойошторола.

Читайте нас