Новости
29 Апрель 2019, 21:00

Һеләүһен кешегә ташланған

Бүздәк районында була был хәл. Бер ауылда хужалыҡҡа һеләүһен килгән, моғайын, ҡош-ҡорт менән һыйланырға уйлағандыр. Әммә юлында кеше тап булған.

Бүздәк районында була был хәл. Бер ауылда хужалыҡҡа һеләүһен килгән, моғайын, ҡош-ҡорт менән һыйланырға уйлағандыр. Әммә юлында кеше тап булған.


Йыртҡыс йыртҡыслығын итә: уға ташлана, йөҙөн, ҡулын йәрәхәтләй. Яза күреүсене урындағы дауаханаға алып барып, тейешле ярҙам күрһәтәләр, ҡотороу сиренә ҡаршы укол ҡаҙайҙар.


Көтөлмәгән ҡунаҡты һунарсылар шул урында уҡ үлтерә. Кейектең кәүҙәһе ветеринарҙарға экспертизаға тапшырылған.



Венер ИСХАҠОВ.

Фото: интернет.


Читайте нас