Беренсе каналда барған "Голос. Дети" проектының алтынсы миҙгеле ҙур шау-шыу менән тамамланды. Йырсы Алсу Сафинаның ҡыҙы Микела Абрамованың еңеүен һатып алынған тип һанай тамашасылар. Интернетта ҙур ғауға күтәрелгәс, Беренсе канал етәкселеге онлайн тауыш биреүҙе тикшереп, киң йәмәғәтселеккә сығарҙы. Ул ғына хәлде ҡотҡарып ҡалмаҫ шул. Ғөмүмән, бында ойоштороусыларҙың да яңылышлығы барҙыр... Еңеүсене тауыш биреү менән генә билдәләмәҫкә ине, жюри нимә өсөн булды икән? Шул миллионды өсөһөнә бүлеп бирһәләр, бигерәк килешер ине.
Ысынлап та, эш аҡсаға китһә, күп осраҡта ғәҙеллек булмауы ла ихтимал. Ҙур федераль каналда, етмәһә, балаларҙың бәйгеһенә асыҡтан-асыҡ ҡыҫылыуҙары аптыратты ла, ҡурҡытты ла. Нимәһе шатландырҙы: илебеҙгә генә түгел, донъяға танылған артистар ғәҙеллек яғына сығып үҙ һүҙен әйтте. Яҡлаусылар ҙа табылды, әлбиттә. Хәйер, бында ла шиктәр юҡ түгел. Хәҙер кемдең кемгә һатылғанын белмәҫһең...