Новости
23 Апрель 2019, 21:00

Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырып киткән өсөн язаны көсәйтеү тураһында законға ҡул ҡуйылды

Әгәр аварияла кешеләр зыян күрһә, ҡасҡан водителгә 3 йылға тиклем мәжбүри эштәр тәғәйенләнә йәки ул 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә. Кешенең ғүмере өҙөлһә, уның 2-7 йылға иректән мәхрүм ителеүе мөмкин.

Рәсәй Президенты Владимир Путин юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан водителдәрҙең енәйәт яуаплылығын көсәйтеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Әгәр аварияла кешеләр зыян күрһә, ҡасҡан водителгә 3 йылға тиклем мәжбүри эштәр тәғәйенләнә йәки ул 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә. Кешенең ғүмере өҙөлһә, уның 2-7 йылға иректән мәхрүм ителеүе мөмкин. Һәләк булыусылар икәүҙән күберәк икән, 4-9 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
Быға тиклем авария урынынан ҡасҡан өсөн 1-1,5 йылға водитель танытмаһын тартып алыу йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу ҡаралғайны.
Бынан алдараҡ Дәүләт Думаһына иҫерек килеш үлемесле юл фажиғәләренә килтергән өсөн 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү тураһында закон проекты индерелде. Документ авторҙары бындай аварияларҙы махсус рәүештә үлтереүгә тиңләргә тәҡдим итте. Ҡаты яуаплылыҡ сараһы эскән водителдәр ғәйебе менән теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаларын кәметер тип күҙ уңында тотола.

Фото: pnp.ru


Читайте нас