Новости
21 Апрель 2019, 21:00

КӘМИТСЕЛӘР, МӘРӘКӘСЕЛӘР ИЛ БАШЫНДА БУЛҒАНДА...

Ошо көндәрҙә кәмитсе Владимир Зеленскийҙы Украина Президенты итеп һайланылар. Күптәр быға көлөп ҡарай, интернет селтәрендә тәнҡит һүҙҙәре лә аҙым һайын осрай. Имеш, был кәмитсе нимәгә өлгәшер, илде юҡ итмәҫме?

Ошо көндәрҙә кәмитсе Владимир Зеленскийҙы Украина Президенты итеп һайланылар. Күптәр быға көлөп ҡарай, интернет селтәрендә тәнҡит һүҙҙәре лә аҙым һайын осрай. Имеш, был кәмитсе нимәгә өлгәшер, илде юҡ итмәҫме? Ә кем белә, бәлки, ул халыҡтың ышанысын аҡлар? Был йәһәттән бер шәп миҫал бар.

Әлеге мәғлүмәткә яңыраҡ интернет киңлектәрендә тап булып, хайран ҡалдым.
2008 йылда Исландияла ҡот осҡос көрсөк башлана. Эре дәүләт банкылары банкротлыҡ иғлан итә, исланд кроны түбәнгә тәгәрәй. Кешеләрҙең машинаға, йортҡа алған кредит күләме өс тапҡырға артып китә. Тотош ил төшөнкөлөккә бирелә. Ул мәлдә ябай кәмитсе Йона Гнарра кешене көлдөрөү, консерваторҙарҙы эләкләп сығыш яһау өсөн үҙенең телешоуында “Иң шәп фирҡә” тигән хәрәкәт булдыра. Ысынлап һайлауҙарҙа ҡатнашырмын тип башына ла килтермәй.
Ә 2010 йылда Йона Гнарра, ҡыҙыҡ күреп, фирҡәһен рәсми рәүештә теркәй һәм ҡала мэры һайлауҙарына үҙен тәҡдим итә. Командаһына үҙенең хеҙмәттәштәрен, көлкө оҫтаһы Эйнара Орнаны, рок йырсыһы Оттара Проппены, барабансы Бьер Блендальды ала. Штаб етәксеһе итеп яңы ғына политология йүнәлеше буйынса уҡып сыҡҡан Хайду Хельгадоттирҙы тәғәйенләй. Тәүге көндән үк уларға төрлө яҡтан һөжүм башлана. Башҡа уҙаҡташтары: “Профессиональ белеме булмаған кәмитселәр сәйәсәткә аяҡ баҫмаһын!” тип ҡысҡыра.

Йона Гнарра халыҡҡа ихлас тәҡдим итә:
• бассейндарҙа бушлай таҫтамал булдырыу;

• ҡала зоопаркына аҡ айыу килтереү;

• иҡтисадты үҫтереү маҡсатында илгә йәһүдтәрҙе саҡырыу;

• 2020 йылға наркотикты тулыһынса бөтөрөү;

• “Беҙ ғүмер буйы тир түктек, хәҙер яҡшы эш хаҡына ял итеп алғыбыҙ килә” тип, бер нимә лә эшләмәҫкә саҡырыу;

• диснейленд паркын төҙөү, эшһеҙҙәргә бушлай инеү мөмкинлеген биреү;

• ауыл халҡы менән берләшеү: “Һәр исланд фермеры ҡунаҡхана бүлмәһендә һарыҡтарын йәшәтерлек булһын”;

• “Беҙ бар фирҡәләрҙән күберәк тәҡдимдәр индерә алабыҙ, сөнки беҙ уларҙы үтәмәйәсәкбеҙ” тигән яҙыу менән йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү.
Исландтар “Иң шәп фирҡә”не һайлай, улар 37 процент тауыш менән еңеп сыға. Был хәлдән консерваторҙар саҡ аҡылдан яҙмай. Халыҡтың бындай аҙымға барыуы ла батырлыҡҡа тиңдер.
Беренсе айҙа уҡ Йона Гнарра һәм уның командаһы вәғәҙәһендә тормай. Улар бер ҙә ял итергә йыйынмай, киреһенсә, ең һыҙғанып эшкә тотона. Бынан алда ҡалала геүләп йөрөгән “рейндж-роверҙар” тынып ҡала. Рейкьявиктағы йылылыҡ электростанцияһын тулыһынса инвестицион банкка әүерелдерә, алдағы етәкселәр булдыра алмаған алюмин заводын төҙөтөп бөтә. Ниһайәт, илде элекке хәленә ҡайтара, финанс яғын тулыһынса күтәрә.
“Нисек быға ирешә алдың?” тигән аптыраулы һорауға ул: “Бары эшләргә генә кәрәк” тип яуап ҡайтара. Ысынлап та, ҡала мэрына һәр өлкәгә белгестәр йәлеп итеү кәрәк була.
2014 йылда халыҡ уларҙы яңы мөҙҙәткә һайлай, тик Йона Гнарра сәйәсәттән китергә ҡарар итә. Быны “Мин системаны еңдем, башҡаһы кәрәкмәй”, тип аңлата һәм йәнә Рейкьявик урамдарында “рейндж-роверҙар” геүләй башлай...




Фото: интернет.



Читайте нас