Новости
20 Апрель 2019, 21:00

ИҪКЕ АУЫҘҘАН ЯҢЫ ХӘБӘР. БАШҠОРТ ҠУРАЙЫНДА УЙНАУ ӨСӨН БАШҠОРТ БУЛЫП ТЫУЫРҒА КӘРӘК

Ошо аҙнала Башҡортостанда ҙур уңыш менән Татарстан көндәре үтте, Ғабдулла Туҡайға Өфөлә һәйкәл асыуҙа ҡәрҙәштәребеҙҙең ҡатнашыуы тураһында барыбыҙ ҙа белә.

Ошо аҙнала Башҡортостанда ҙур уңыш менән Татарстан көндәре үтте, Ғабдулла Туҡайға Өфөлә һәйкәл асыуҙа ҡәрҙәштәребеҙҙең ҡатнашыуы тураһында барыбыҙ ҙа белә.

Ут күршеләрҙәге ҡайһы бер көстәрҙең ҡурайҙы үҙҙәренеке тип күрһәтергә тырышыуын хәҙерге мөнәсәбәттәр юҫығынан сығып ҡараһаң, провокация, татар менән башҡорттоң дуҫлығын боҙоуға йүнәлтелгән сара тип кенә баһалап була. Дөрөҫ, тынлы музыка ҡоралы татар дуҫтарҙа ла бар, ул һыбыҙғы тип атала. Тик һыбыҙғының атамаһын ҡурайға алмаштырыу менән, ул ҡурай булып китмәй. Тағы, ҡурайҙың башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы булыуын раҫлаған патент былтыр алыныуын да оноторға ярамай. Шулай булғас, хоҡуҡи күҙлектән дә ҡурай башҡорттоҡо.
Беҙҙең ҡайһы бер милләттәштәр әрһеҙ, хатта һөмһөҙ рәүештә ҡурайҙы үҙҙәренеке тип иғлан иткән халыҡҡа ҡарап, әле булһа иҫенә килә алмай шикелле. Быны көпә-көндөҙ таларға маташыу менән генә сағыштырырға мөмкин. 80-се йылдарҙа обкомдың ҡөҙрәте менән халҡыбыҙҙы тальянлаштырып (татарҙарҙың яратҡан уйын ҡоралы), ҡурайҙы онотторорға тырышып ҡарағайнылар, ҡурайҙа уйнаусыларға милләтсе мөһөрө һуғыла торғайны, беҙ ҡурайыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалдыҡ. Был юл менән милли йөҙөбөҙҙө лә һаҡланыҡ.
Башҡорт ҡурайын, татарлаштырырға ынтылыу бәлки Данир Сабировтың ммәғнәһеҙ юморы һымаҡ реклама акцияһы ғыналыр тип уйларға ла нигеҙ бар. Ҡурайҙарына тотоноп ҡарайыҡ әле, башҡорттар нимә эшләр икән, тигән мәкерле маҡсаттан сығып. Килеп сыҡмаҫ, сөнки ҡурайҙы башҡорт меңәр йылдар буйы уйнаған. Татарҙың уны ике-өс айҙа ғына үҙләштерә алыуы бик икеле.
Юҡҡа мәшәҡәтләнәһегеҙ, тип әйтергә генә ҡала.
Р. Абыҙгилдин.


Фото: интернет.



Читайте нас