- Ғаиләләргә икенсе һәм унан һуңғы бала тыуғандан һуң яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирға 6 процентлыҡ льготалы ипотека һиҙелерлек ярҙам буласаҡ, - тине Дмитрий Анатольевич. - Бынан тыш, беҙ өсөнсө йәки унан һуңғы бала тыуғандан һуң ипотека кредиттары суммаһынан 450 мең һумды ҡаплаясаҡбыҙ. Әле беҙ бындай үҙгәрештәрҙе закондарға индерәбеҙ. Был эштә депутат коллегалар ҙа әүҙемерәк ҡатнашыр тип ышанам.