Торатау
+28 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
16 Апрель 2019, 21:00
Төбәктә көндәрҙең һалҡынайтыуы дауам итә – Башгидромет
Республикала йәшәүселәрҙе шатландырып бер аҙна йылы торғандан һуң, һуңғы көндәрҙә һауа температураһының түбәнәйеүе күҙәтелә. Уҙған ял көндәрендә ҡайһы бер райондарҙа яңынан ҡыш етте. Кисә Өфөлә лә ҡар яуҙы.
Башҡортостанда төбәккә арктик циклондың үтеп инеүенә бәйле һалҡынайтыу осоро дауам итә.
Республикала йәшәүселәрҙе шатландырып бер аҙна йылы торғандан һуң, һуңғы көндәрҙә һауа температураһының түбәнәйеүе күҙәтелә. Уҙған ял көндәрендә ҡайһы бер райондарҙа яңынан
ҡыш етте
. Кисә Өфөлә лә ҡар яуҙы.
Бөгөн, 17 апрелдә, урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Һауа температураһы -2,+3 градус була.
18 һәм 19 апрелдә яуым-төшөм көтөлмәй, ләкин һалҡын: төндә -4,-9, урыны менән һауа температураһы 14 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙгө сәғәттәрҙә 4-9 градус йылы булыуы фаразлана.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
http://www.bashinform.ru/bash/1298660/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"