Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаһында йәшәүсе 79 йәшлек әбей полицияға мөрәжәғәт иткән.
Хеҙмәт ветераны һәм өсөнсө төркөм инвалиды урындағы мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарынан туҡмалған. Ыҙғыштың сәбәбе 30 йәшлек завуч ҡатындың төнгө ваҡытта машинаһында аҡыртып музыка тыңлауы булған. Оло йәштәге кеше уға иҫкәртеү яһаған икән.
Табиптар зыян күреүсенең баш мейеһенә зыян килгән, тәне йәрәхәтләнгән, бите һәм һул янбашы күгәргән.
Туҡмалыусының яҡындары әйтеүенсә, завуч үҙен зыян күреүсе итеп күрһәтергә тырыша. Әлегә тикшереү эштәре бара.