Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре дауам итә. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 36 район хужалыҡтары дым ҡаплата, 28 районда ужым ашлыҡтары туҡландырыла, 38-ендә күп йыллыҡ үләндәр тырматыла.
Һалҡын һауа массаһы сигенгәс тә, хужалыҡтарҙың күпселеге яҙғы культуралар сәсеүгә төшөргә йыйына. Баймаҡ, Благовар, Бүздәк, Кушнаренко һәм Шишмә райондарында яҙғы сәсеү башланған да инде. Бөтәһе 2 мең гектарҙан ашыу бойҙай, борсаҡ, арпа, күп йыллыҡ үлән сәселгән.