Бөгөнгә йырсы ҡотлауҙар ҡабул итә. Ә 17 апрель көнө Кремель һарайында примадонна ҙур юбилей концерты менән сығыш яһай. "Миллион алых роз", "Женщина которая поет", "Маэстро", "Айсберг"- ошо мәңгелек хиттарҙан башҡа өр-яңы йырҙар яңғыраясаҡ. Йырсы үҙенең был концертына ике йыл репертуар туплаған. Тамашала шулай уҡ Алла Пугачеваның күп һанлы туғандары: элекке һәм хәҙергә ире, ҡыҙы, ейәне, элекке кейәүе, элекке кейәүенең хәҙерге ҡатыны, ейәненең йөрөгән ҡыҙы һәм уныү атаһы ҡатнаша. Шулай уҡ тамашасылар йырсының биш йәшлек игеҙәк балалары Гарри менән Лизаның сығыштарын да көтә. Әммә йырсы был турала аныҡ ҡына иғлан яһамаған.