Торатау
+21 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
14 Апрель 2019, 21:00
Нефтекама һәм Межгорье ҡалаларында яңы хакимиәт башлыҡтары тәғәйенләнде
Башҡортостанда Межгорье ҡалаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Илья Тереховтәғәйенләнде. Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.
Башҡортостанда Межгорье ҡалаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Илья Тереховтәғәйенләнде. Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Элекке башлыҡ [Виктор Панченко] үҙ теләге менән отставкаға китте. Ҡала Советында уның элекке секретары Илья Тереховты тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителде», — тип аңлатты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, Виктор Панченко «Вазифа хоҡуҡтарын артыҡ файҙаланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше фигуранты булды.
Шулай уҡ Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына ҡала Советы депутаттары 30 йәшлек Ратмир Мәүлиевты раҫланы. Мартта ул Нефтекама мэры вазифаһын башҡарыусы итеп
тәғәйенләнгәйне
.
Радий Хәбиров республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары вазифаһына Александр Шельдяевты
тәғәйенләне
. Быға тиклем ул Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының иҡтисади үҫеш департаменты директоры булып эшләне.
Фото: Олег Яровиков
http://www.bashinform.ru/bash/1297827/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"