БР Ветеринария идаралығы 16 апрелдән бал ҡорттары ауырыуҙарын тикшереү буйынса мобиль диагностика лабораторияһы менән райондар буйлап йөрөйәсәк. Умартасылар үлгән ҡорттарын бушлай тикшертә ала. Белгестәр тикшереп, нәҙекәйбилдәрҙең ниндәй сир менән зарарланғандарын әйтәсәк.