Быйыл тәүге өс айҙа төбәктә 11,5 мең литрҙан ашыу ялған продукция табылған. Стәрлетамаҡ районында ошондай эсемлектәр ҡойоу цехының эшмәкәрлеге туҡтатылған. Былтыр иһә Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты этил спирты менән алкоголле продукцияның законһыҙ әйләнешенә бәйле 30, быйыл өс айҙа 29 енәйәт эше ҡуҙғатҡан.