Ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа
халыҡ йыйылыштарын уҙғарыу тәҡдимен республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров индерҙе. Ошо хаҡта ул бер ай элек Борайҙа республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары өсөн семинар-кәңәшмәлә сығыш яһағанда белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, сходтарҙы «формаль булмаған шарттарҙа һәм сифатлы» үткәрергә кәрәк.