Торатау
+24 °С
Ямғыр
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
7 Апрель 2019, 21:00
Асылыкүлдә – мамонт теше
Асылыкүл буйында, ял өмәһе мәлендә, мамонттың тешен тапҡандар. Был турала Дөйөм халыҡ фронтының “Генераль йыйыштырыу” проекты координаторы Морат Шафиҡов хәбәр итте.
Асылыкүл буйында, ял өмәһе мәлендә, мамонттың тешен тапҡандар. Был турала Дөйөм халыҡ фронтының “Генераль йыйыштырыу” проекты координаторы Морат Шафиҡов хәбәр итте.
Табышты өйрәнеү өсөн ғалимдарға тапшырырға йыйыналар.
Башҡортостанда боронғо йәнлектәрҙең ҡалдыҡтарын беренсегә тапмайҙар. Былтыр октябрь айында Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында һыу үткәргес төҙөгән саҡта мамонт ҡалдыҡтары табылғайны. Шулай уҡ былтыр һыу аҫты һунарсылары Ҡариҙел йылғаһы төбөндә мамонттың яңаҡ һөйәген тапты.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Фото: автор.
https://bash.rbsmi.ru/articles/yra-ay-m-khit/asylyk-ld-mamont-teshe-/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"